МЕТОДКАБИНЕТ.РФ

Всероссийский педагогический портал

Гирфанова Альбина Азатовна, учитель башкирского языка и литературы МОБУ «Лицей №4» Давлекановского района Республики Башкортостан

 

Башҡорт теле. З.Биишева

 

 

Маҡсат. Яҙыусы Зәйнәп Биишева тураһында белемдәрен киңәйтеү, шиғырҙың йөкмәткеһе менән таныштырыу, тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү, башҡорт теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазлау. Зәйнәп Биишева портреты, хронологик таблица.

Дәрес барышы.

 

I. Ойоштороу моменты.

Дәрескә әҙерлекте тикшереү.

Маҡсатты билдәләү (балалар үҙҙәре).

 

II. Дәрестең төп өлөшө:

Уҡытыусының инеш һүҙенең планы:

Тел тарихы – халыҡ  тарихы.

Башҡорт теле – камил тел.

Тел хазинаһын өҙлөкһөҙ өйрәнеү.

Башҡорт тел ғилеме үҫештә.

Бөгөнгө көндә тел торошо, дәүләт теле булараҡ.

“Туған тел” йыры яңғырай.

Ике уҡыусының сығышы ҡыҙ, малай.

1-се уҡыусы. Тел, тел тибеҙ, тел нимә ул.

2-се уҡыусы. Тел – кешеләр аралашыуының иң мөһим сараһы.

1-се уҡыусы. Рәми Ғариповтың “Тел” шиғырын яттан һөйләй.

2-се уҡыусы. “Тел” шиғырының дауамын һөйләй.

Ял минуты.    Сәләмләйбеҙ һауаны,

Именлек булһын өсөн.

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы,

Дуҫлыҡ булһын өсөн!

 

III. Яңы теманы өйрәнеү.

Уҡытыусының Зәйнәп Биишеваның биографияһы менән таныштырыуы (хронологик таблица буйынса)

Һүҙлек эше (таҡтала):

Олпат

Хикмәтле

Мәрхәмәтле

Азат

Шиғырҙы тасуири итеп уҡытыусы уҡып күрһәтә.

Үҙ аллы уҡыу.

Тасуири уҡыу өҫтөндә эш.

Таҡтаға бер куплет шиғыр яҙыла. Логик баҫым, пауза ҡуйыла.

 

IV. Тел тураһында әйтемдәр, мәҡәлдәр әйттереү. (Өйгә эш итеп алдан бирелгән).

Уҡытыусы бөйөк кешеләрҙең тел тураһындағы һүҙҙәрен әйтеп өҫтәп ҡуя:

Халыҡ теле – тарихҡа  тиклем замандарҙан башлап халыҡтың бөтә рухи тормошонда бер ваҡытта ла һулымай мәңге сәскә атып торған, һүнмәҫ гөлө.     К.Д. Ушинский.

Тел – халыҡтың рухы ул, телдә уның тәбиғәте, күңеле һәм тормошо, көнкүреше, тарихы сағыла. П. Вяземский.

Үҙ әсә телем – минең өсөн матур, иң тәмле тел. М. Ғафури.

 

V. Дәресте йомғаҡлау.

Бөгөнгө дәрестә һүҙ нимә тураһында барҙы? Дәрес һеҙгә оҡшанымы? Ни өсөн?

Өй эше. Шиғырҙан өҙөк ятларға.

Баһалар ҡуйыу.

“Ерем, Илем, Телем” йыры менән дәресте тамамлау. (Р. Шәкүр һүҙҙәре, М. Сәлим музыкаһы).

 

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

БАШҠОРТОСТАН МӘҒАРИФТЫ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

 

Башҡорт теле.

З. Биишева

(Зәйнәп Биишеваның тыуыуының

100 йыллығына арналған конкурсҡа дәрес планы)

Дәүләкән ҡалаһы 4-се лицейының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғирфанова А.А.

2009 йыл

 

М. Аҡмулла ижадына арналған дәрес-уйын

Маҡсат: Аҡмулла ижады буйынса белемдәрен киңәйтеү, күренекле шәхес менән ғорурланыу тойғоһо уятыу. Әхлаҡи яҡтан  таҙа кешеләр, аң-белемгә ынтылыш тәрбиәләү.

Йыһазлау: портрет, альбом, китаптарҙан күргәҙмә, рефераттар.

Дәрес барышы

Уҡытыусы: Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөн М. Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһарбыҙ. Уның тормош юлы һәм ижады менән яҡыныраҡ танышырбыҙ. Викторина һорауҙарына яуап бирербеҙ.

М. Аҡмулла XIX быуатта йәшәгән атаҡлы шағир – мәғрифәтсе. Шағирҙең тыуған ауылы Туҡһанбай Дим йылғаһының үтә матур еренә урынлашҡан. Уның тыуған ауылында йорт-музейы бар.

Аҡмулланың шиғырҙары бөгөнгө көндә лә актуаль булып тора, улар беҙҙе әхлаҡи яҡтан тәрбиәләй, белемгә өндәй. Шуның өсөн беҙ уларҙы өйрәнергә һәм белергә тейешбеҙ.

Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән дәресебеҙҙең икенсе өлөшөнә күсәбеҙ. Викторина һорауҙарына яуап бирәйек. Был һорауҙарға яуап биреп, М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ тип ышанам. Дөрөҫ яуаптарға жетондар биреләсәк.

Аҙаҡтан, уйын бөткәс, жетондарҙы һанап еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ.

Һорауҙар:

М. Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән? (1831-1895).

Ул ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? (Туҡһанбайҙа, Мәнәүеҙтамаҡта, Әнәстә, Стәрлебашта, Троицкиҙа).

Ни өсөн уны Аҡмулла тип атайҙар? (Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр).

Әҙиптең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).

Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән? (Миәс ҡалаһында).

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырынан бер өҙөк һөйләгеҙ.

Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр? (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).

Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән? (1981 йылда Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы асылды, 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө, З. Исмәғилев И. Дилмөхәмәтов либреттоһын “Аҡмулла” опера яҙҙы).

Өфөләге ҡайһы уҡыу йорто Аҡмулла исемен йөрөтә? (Өфөлә, БДПУ)

Уҡытыусы: Ә хәҙер жетондарҙы һанап, еңеүсене билдәләйек.

Дәресте йомғаҡлау: Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән һеҙ үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәттәр, фәһем алғанһығыҙҙыр тип уйлайым. Уйыныбыҙҙы һеҙ ятлаған М. Аҡмулла шиғырҙарын һөйләү менән тамамлайыҡ. Һау булығыҙ!

 

М. Аҡмулла – мәғрифәтсе-шағир, яҡтылыҡ йырсыһы

(Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы)

Маҡсат. 1) Мәғрифәтсе-шағирҙең тормош юлы һәм ижад мираҫын өйрәнеү;

2) Шиғырҙарын уҡып, әҫәрҙәренең телен үҙләштереү;

3) Аҡмулла ижад йоғонтоһонда уҡыусыларҙа белем, мәғрифәткә ынтылыш, ғәҙеллек, юғары әхлаҡи-әҙәплелек, сафлыҡ тәрбиәләү; “Тел күрке – һүҙ”гә айырыуса иғтибар итеүен күрһәтеү.

Йыһазландырыу. 1. М. Аҡмулланың портреты;

2. Уның тормош юлын, ижадын сағылдырыусы күргәҙмә, видеояҙманан өҙөк;

3. Аҡмулла тураһында сыҡҡан гәзит-журналдарҙан тупланған материалдар.

Дәрес барышы.

Дәрестең девизы: Бик йәштән үк ата йортон

Мәжбүр булдың ташларға,

Халыҡтар араһына сығып,

Яңы тормош башларға.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла.

Яһилға һин дау  мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла. (Ф. Рәхимғолова).

Яһил (ғәр.) – 1) аҫтыртын, үтә ныҡ уҫал; яуыз;

2) наҙан, уҡымаған, белемһеҙ.

Дау – 1) дәғүәле тауыш, ыҙғыш: дау ҡубыу;

2) шау-шыулы оло талаш, әрләш.

Бөгөн дәрестә Аҡмулланың мәғрифәтсе-шағир, яҡтылыҡ йырсыһы булыуының асылын белергә, асыҡларға тейешбеҙ. Ә уның өсөн ҡыҫҡаса биографик белешмәгә туҡталып китәйек.

Түбәндәге план буйынса иҫкә төшөрөү:

Бала һәм үҫмер сағы.

Халыҡтар араһында.

Ижады (7-се синыфта үтелгән шиғырҙарына байҡау).

Шиғырҙарын иҫкә төшөрөү: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Дуҫлыҡ”, “Нәфсе”, “Аттың ниһен маҡтайһың?”, “Өлгөр һүҙ”.

Был шиғырҙарында ниндәй теманы, идеяны күтәреп сыға?

Ул шиғырҙарының бөгөнгө көндәге әһәмиәте нимәлә?

Аҡмулланың ҡайһы бер шиғырҙары уның үҙ дәүерен бигерәк беҙҙең бөгөнгөгә, быуаттар аша хәҙерге заман кешеһенә төбәп әйтелгәндәй.

Уның төп визит карточкаһы итеп, ниндәй шиғырын әйтергә була?

“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры.

Һүҙлек эше. Наҙан – безграмотный;

Аңыра - невежда;

Илтифат ит (ғ.) – обрати внимание, запомни;

Шәрафәттәр (ғ.) – хөрмәт, почет;

Афәт (ғ.) – бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек;

Әүлиә (ғ.) – ясновидящий;

Кәрамәт (ғ.) – чуда (мөғжизә);

Жәләл булыр (ғ.) - рәхәт булыр, бөйөклөк.

Тасуири ятлау (уҡытыусы).

Уҡыусыларҙы тасуири уҡытыу һәм һорауҙарға яуап алыу.

Аҡмулла башҡорттарҙы ни өсөн уҡырға, белем алырға саҡыра?

Белем-ғилемдең кешегә файҙаһы, ярҙамы нимәләрҙә күренә?

Һуңғы строфаның мәғәнәһе ниҙә?

Шиғырҙарҙың тәүге строфаһында айыу, һуңғыһында арыҫлан телгә алына. Ул һүҙҙәрҙең ҡулланылышын аңлатығыҙ.

Уҡыуҙың, белемдең кәрәклеге тураһында мәҡәл булырҙай, тәрән фекерле ниндәй һөйләмдәрҙе билдәләргә булыр ине? (Мәғәнәләрен уҡыусыларҙан аңлаттырыу):

Наҙалыҡтан ҡурҡыу кәрәк;

Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай;

Белемлелек арыҫландан көслө батыр;

Наҙанлыҡтан килер бәхетһеҙлек.

Шиғырҙа ниндәй телдән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар? (ғәрәп, фарсы). Аҡмулла ни өсөн шул һүҙҙәрҙе ҡулланған, улар шиғырға ниндәй әһәмиәт бирә?

Автор шиғырҙа ниндәй өндәш һүҙҙәр ҡулланған? (таптырып уҡытыу).

Өндәш һүҙҙәр ни өсөн кәрәк? Улар ниндәй стилгә хас?

(Авторҙың тыңлаусыларға мөрәжәғәтен йәнләндереп ебәрә, иғтибарҙы көсәйтә. Был публицистик стиль өсөн генә хас элементтарҙың береһе).

-Ниндәй һүрәтләү сараларын ҡулланған?

Эпитеттар: аңра айыу, ҙур афәт, көслө батыр.

Метафора: дәүләт шишмәһе.

Антонимдар: наҙанлыҡ – белемлек;

Харам – хәләл;

Төн-көн;

Төш-өн;

Күп-һирәк.

Синонимдар: уҡыу, белемлелек, ғилем.

Сағыштырыуҙар: аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай.

Шиғырҙа өндәү-бойороҡ һөйләмдәр бирелгән (таптырып уҡытыу): Аңра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай, эй, туғандар. Наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк.

Шарт һөйләм (таптырыу): Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң, ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.

Шулай итеп, ниндәй һығымта яһарға була?

Дәрестә нимәләр белдек? (уҡыусыларҙың яуаптары).

Был шиғыр юғары пафослы әҫәр тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ.

Аҡмулла. Был исемде әйтеү менән рухи биографиябыҙҙың, тарихыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәктә буласаҡ саф һәм сағыу биттәре күҙ алдына баҫа. Аҡмулла кеүек олуғ шәхес шиғриәте – ваҡыт сиктәрен белмәҫ ғәжәп тәрән йөкмәткеле, ғәжәп аһәңле заң, рух шишмәһе. Ижад емештәренең мәңгелек көсөн алдан тойомлағандай, шағир үҙе үк былай тигән:

Ҡараһаң, Аҡмулланың китабы был,

Эсендә - һыуһағанға шәрбәтле һыу.

Битенең бере көлөр, бере һүгәр,

Тура һүҙе – берәүгә им, берәүгә ыу.

Эйе, Аҡмулла шиғриәте бөгөн дә зиһен-күңелдәребеҙгә шәрбәтле һыу ҙа, көлөр, һүгер үткер һүҙ ҙә, им булыр хикмәт тә, алға әйҙәр хитап та ... Киләсәктә лә шулай буласаҡ. Ул тарихта туған халҡының ғына түгел, ә бик күп туғандаш халыҡтарҙың да оло ихтирамына, ихлас һөйөүенә мәңге лайыҡ ижади шәхесе булып ҡалды һәм ҡаласаҡ.

Өйгә эш: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын ятларға.

Башҡортостандың Рәсәйгә  ҡушылыуының 450 йыллығына арналған кластан тыш сара

Тыуған ил ҡайҙан башлана

Маҡсат: тыуған ил тураһында алған белемде системаға һалыу һәм нығытыу. Ватан төшөнсәләрен аңлы күҙ алдына килтереү, уның менән ғорурланыу һәм ысын күңелдән һөйә белеү тойғоһо уятыу, тыуған ергә тоғролоҡ тәрбиәләү.

Йыһазлау: Башҡортостан, Дәүләкән районы карталары, магнитофон, Ә. Хәкимов тураһында стенд, китаптар күргәҙмәһе, тыуған ер, тыуған яҡ, туған тел тураһында яҙыуҙар.

 

Сараның барышы

Магнитофондан Н. Нәжмиҙең “Ватан” шиғырын тыңлау.

Уҡыусылар сиратлап шиғыр һөйләй.

1-се уҡыусы. Ватан ул, ҡыҙым, тыуған ил,

Бына беҙ торған урын.

Был ерҙә ғүмер кисергән,

Атай-бабайҙар борон. Р. Ниғмәти.

2-се уҡыусы. Йырсылар торған был ерҙә,

Сәсәндәр булған элек.

Ватандың нимә икәнен,

Әйткәндәр былай итеп.

3-сә уҡыусы. Ай, Тыуған ил, Тыуған ил,

Тыуған ил ул – тыуған ер,

Атай кейәү булған ер,

Әсәй килен булған ер.

4-се уҡыусы. Батырға дан биргән ер,

Халҡына һан биргән ер,

Ана шул ер – Тыуған ил,

Ана шул ил – тыуған ер.

 

Уҡытыусы: Һәр кемдең, ҙурмы ул, бәләкәйме,  тыуған өйө була. Ниндәй  генә булһа ла, кешегә ул бик яҡын. Бөтә нәмә лә, ошо өйҙән башлана. Был турала М. Кәримдең “Бөтәһе лә йәмле бында” шиғырын тыңлайыҡ.

8-се уҡыусы. Республикабыҙҙа 14 халыҡ шағиры һәм яҙыусыһы бар.  Улар: М. Ғафури, Р. Ғарипов, Р. Ниғмәти, З. Биишева, Б. Бикбай, М. Кәрим, Н. Нәжми, Ә. Атнабаев, Ә. Хәкимов, С. Кудаш, һ.б.

9-сы уҡыусы: Мин – башҡортмон

Гүзәл  баҡса минең ерем.

Сәскә ата

Башҡортостан – минең илем.    Р. Ниғмәти.

10-сы уҡыусы: Ер шарының  картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан шул картала

Бер япраҡ саҡлы ғына.

Эйе, япраҡ, аҡ ҡайындың

Бер япрағы ни бары

Ә ҡайыны – бөйөк Рәсәй

Шундай йәшел, юғары.   Б. Бикбай.

 

Уҡытыусы: Эйе, беҙҙең тыуған республикабыҙ Башҡортостан. Ә Тыуған илебеҙ – Бөйөк Рәсәй. Беҙ бөгөн ҙур байрам алдынан сарабыҙҙы үткәрәбеҙ. Бер-нисә көндән ниндәй ҙур байрам була? Эйе, дөрөҫ. Беҙҙең быйылғы республикалағы саралар бөтәһе лә ошо датаға арналған. Беҙ 1557 йыл үҙ иркебеҙ менән Рәсәйгә ҡушылғанбыҙ. Һәм бөгөнгө көнгә тиклем бер илдә татыу йәшәйбеҙ.

Уҡытыусы: беҙҙең илебеҙ, уҡыусылар, бик ҙур ул!

Беҙ бөтәһен дә әйтеп бөтөрә алмаҫбыҙ. Ә шулай ҙа, бөгөнгө һөйләшкәндәр буйынса, Тыуған ил нимә булды инде?

Эйе, Тыуған ил ул – тыуған йорт,

Тыуған ил ул – атай-әсәй,

Тыуған ил ул – тыуған ауыл, тыуған ҡала,

Тыуған ил ул – эскән һыу, һулаған һауа, тыуған район,

Тыуған ил ул – Башҡортостан,

Тыуған ил ул – Бөйөк Рәсәй.

Ә хәҙер кисәне “Ерем. Илем. Телем” (М. Сәлимов көйө, Р. Шәкүр һүҙҙәре)  йыры менән тамамлайбыҙ.

Бөгөнгө кисәлә ҡатнашҡанығыҙ һәм иғтибарығыҙ өсөн рәхмәтемде белдерәм. Һау булығыҙ.

 

“Теле барҙың – иле бар”.

 

Тема: Үткәндәрҙе ҡабатлау.

Маҡсат: 1) Балаларҙың үткән дәрестәр буйынса белемен тикшереү.

2) Әсә телен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу, һөйөү тәрбиәләү.

3) Балаларҙа фекерләү ҡеүәһен үҫтереү. КВН-дың барышы.

1. Уҡытыусының инеш һүҙе:

Һаумыһығыҙ, балалар. Беҙ бөгөн һеҙҙең менән ШТК уйынын үткәрәбеҙ.

Беҙ һеҙҙең менән Башҡортостанда йәшәйбеҙ. Ә Башҡортостандың дәүләт теле булып рус һәм башҡорт телдәре тора. Һәр бер кеше үҙенең телен яҡшы белергә һәм яратырға тейеш, сөнки үҙеңдең телеңде белмәй тороп башҡа телдәрҙе белеү мөмкин түгел. Башҡорт теле – һығылмалы, бай нәфис телдәрҙең береһе. Юҡҡа ғына З. Биишеваның “Башҡорт теле” шиғырында ошондай юлдар бар:

Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин.

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле!

Тимәк, уҡыусылар беҙҙең бөгөн үткәрелгән КВН һеҙҙең әсә теленән  белемегеҙҙе үҫтереү өсөн үткәрелә.

Командаларға бүлеү. (2 команда). Исемләү. Исемен, девизын әйтеү.

Командаларҙың ярышы. Һәр бер командаға 4-әр һорау. Ә хәҙер ошо кроссвордты сисһәгеҙ уйындың темаһын асыҡларһығыҙ.

Хәрефтәрҙең айырым бер тәртиптә бирелеше (алфавит).

Ишетеү ағзаһы (ҡолаҡ).

Һүҙҙәге иң бәләкәй берәмек (өн).

Өндәрҙең тамғаһы  (хәреф).

Өндәрҙең бер төрө (тартынҡы).

Бер һуҙынҡы булған һүҙ өлөшө (ижек).

Һулыш алыу ағзаһы (үпкә).

Һуҙынҡыларҙың айырым көс менән әйтелеүе (баҫым).

Тимәк, беҙҙең бөгөнгө уйындың темаһы. Фонетика һәм Лексика. Ниндәй фән ул фонетика һәм лексика?

Фонетика – от слова “фонема” - өн, өндәр тураһында фән.

Лексика – һүҙ. Һүҙҙәр тураһында фән.

 

Һорауҙар:

1 һорау (1-се ком.) Башҡорт алфавитында нисә хәреф бар? (42)

2 һорау (2-се ком.) Бөтә хәрефтәр ҙә өндәр белдерәме? (ъ,ь)

3 һорау (1ком.) Ниндәй хәрефтәр 2 өндө белдерә (ю, я, е, е)

4 һорау (2 ком.) Йомаҡ:   Тауҙа бар, өйҙә юҡ

Һыуҙа бар, ерҙә юҡ. (у хәрефе).

Музыкаль пауза.

Берәр йыр йырларға.

Ике командаға ла

Түбәндәге “йыһан” телендә яҙылған һүҙҙәрҙе һеҙ “ер” теленә тәржемә итегеҙ:

Тәкмәп (мәктәп)

Слакс (класс)

Уысҡыу (уҡыусы).

Кем тиҙерәк? Ҡыҙыҡлы һорауҙар.

Көн менән төн ни менән бөтә.

Дәрес аҙағында ни була (с).

Иң ҡыҫҡа ай ниндәй ай?

Капитандар ярышы.

Тел тураһында мәҡәл-әйтемдәр әйтеү.

Күренекле яҙыусыларҙың, ғалимдарҙың тел тураһында әйткән һүҙҙәре.

Командаларға һорауҙар. Бирелгән һүҙҙәргә фонетик анализ үткәрергә.

1-се команда.

Матур – ниндәй? Сифат, предметтың билдәһен белдерә, 3 тартынҡы, 2 һуҙынҡы.

2-се команда.

Кеше – кем? Исем.

Өй – нимә? Исем

Антонимдарҙы табырға.

Антоним – ҡапма-ҡаршы һүҙҙәр.

 

1-се команда.                           2-се команда

Ялҡау                                       көлә

Ҙур                                           иртән

Ҡара                                          көн

Уҡый                                        матур

Һәр команданан берәр кеше сыға. 4 юллыҡ шиғыр яҙыуға ярыш.

Тема: Көҙ.

Фразеологик әйтемдәрҙең мәғәнәһен белергә.

1 команда. Күҙ буяу

Ер тишегенә инеү.

2 команда. Кәкре ҡайынға терәтеү

Тишек кәмәгә ултыртыу.

Үҙегеҙ йәшәгән төбәктең ер-һыу атамаларының килеп сығышын һөйләргә. (Берәй легенда һөйләргә).

Команданан берәү үҙенең биографияһын һөйләй (башҡортса).

Туған телгә, тыуған илгә арналған берәр шиғыр һөйләү ярышы.

1-се команда.

Хатаһын табығыҙ?

Минең һеңлем Нәсимә

Баҫма таҡҡан сәсенә.

Жюри еңеүсе: команданы билдәләй. Уҡытыусының йомғаҡлау һүҙе.

Уҡыусылар. Һеҙ бөгөн башҡорт теленең ниндәй мауыҡтырғыс, бай икәнен тағы ла бер тапҡыр иҫбатланығыҙ. Артабан да телде өйрәнерһегеҙ, яратырһығыҙ тип уйлайым. Уңыштар теләйем һеҙгә.

Бөтәгеҙгә лә ҡатнашыуығыҙ өсөн рәхмәт.

 

Вложения:
Скачать этот файл (Гирфанова А.А. - Башҡорт теле. З. Биишева.rar)Гирфанова А.А. - Башҡорт теле. З. Биишева[Скачать с портала]